Бөгөн, 1 ноябрь көнө "Айгөл" балалар баҡсаһында көҙ темаһына арналған матур сара үтте. Байрамды музыка етәксеһе В.Ф. Ахметшина, тәрбиәселәр Д.Р. Асҡарова, З.Т. Сәлимйәнова етәкселегендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары менән үткәрелде.
Байрам символы булған Көҙһылыу сараға йәм өҫтәне, балалар һәр береһе кем уҙарҙан үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтергә тырышты. Көҙ тураһында шиғыр, бейеүҙәр, йырҙар ағылып ҡына торҙо. Балалар төрлө уйындар уйнанылар һәм һынатманылар.Мәҫәлән, командаға бүленеп, "Һаҙлыҡты үтеп сыҡ", "Гөлләмә йый" уйындары уларға бигерәк тә оҡшаны.
Ҡунаҡҡа саҡырылған ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты, айырыуса, үҙҙәренең балаларының темаға ярашлы итеп кейендереүҙәре һәм уны күрһәтеүҙәре күңелдәргә хуш килде.
Көҙһылыу үҙенең мул уңышы баҡсаһынан , күстәнәскә хуш еҫле алма ла алып килергә онотмаған.
Балалар байрамдан дәрт, көс алып, көр күңел менән таралышты.
|