Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Детский сад "Айгуль" г.Сибай


       

Меню сайта
 
Новости
Что у нас нового?
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 410

ДЛЯ РОДИТЕЛЕЙ
 













семья-уфа.рф

"Йәш педагог. Актив" Фестивален асыу

1 көн
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

   Бөгөн 2022 йылдың 5 декабрендә Балалар ижады үҙәгендә " Йәш педагог. Актив" башҡорт теле педагогик оҫталыҡ фестивален асыу тантанаһы уҙғарылды. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамында “Азатлыҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән тормошҡа ашырыла.
   Сараның беренсе көнөндә 90 ҡатнашыусы - балалар баҡсаһының башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе йәш педагогтар, педагогия колледжының мәктәпкәсә бүлеге һәм Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) педагогия факультеты студенттары башҡорт телендә белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеү йәһәтенән ҡануниәт нормаларындағы үҙгәрештәр, мәғариф системаһында телде уҡытыу торошо һәм перспективалары менән танышты, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүҙә башҡорт теленең роле тураһында белде. «Тейенкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биреү буйынса йыл педагогы» республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе Таһирова Альбина Булат ҡыҙы бәйләнешле телмәрҙе үҫтереүҙә «Әкиәт уйнайбыҙ» технологияһын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
   Сара уңышлы һәм ҡыҙыҡлы үтте. Иртәгә ҡатнашыусыларҙы "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың башҡорт телендә белем кимәлен үҫтереүҙә заманса технологиялар ҡулланыу” коучинг сессияһы һәм "Балалар баҡсаһында интерактив башҡорт теле" практикумы көтә. Балалар баҡсаларының йәш педагогтарын «Айгөл» балалар баҡсаһына саҡырабыҙ, студенттарҙы «Аленушка» балалар баҡсаһында көтөп ҡалабыҙ. Килегеҙ! Мауыҡтырғыс буласаҡ!

Координатор Фестиваля Эльвира Бердигулова.

 

2 көн
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

   2022 йылдың 6 декабрендә " Йәш педагог. Актив", Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамы менән "Азатлыҡ " халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошма 2 сара үткәрҙе: Коучинг - "Яңы технологиялар буйынса балалар баҡсаһында башҡорт телен уҡытыу" Һәм "Балалар баҡсаһында Интерактив башҡорт теле" практикумы. Балалар баҡсаларының йәш тәрбиәселәрен, педагогия колледжының мәктәпкәсә бүлеге һәм Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) педагогия факультеты студенттарын «Айгөл» һәм «Аленушка» балалар баҡсаһында көтөп алдылар. Коучингтың төп маҡсаты - теоретик, практик, психологик-педагогик, туған телдең йәш белгесен әҙерләүҙе арттырыу; тәрбиәселәргә коучинг –дәрестәр аша дидактик һәм методик ярҙам бик яҡшы үтәлде, тип уйлайбыҙ. Практикум барышында йәш тәрбиәселәр балалар баҡсаһында һәм өйҙә башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив технологияларҙы ҡулланыу тәжрибәһе менән танышты һәм интерактив уйындарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Ҡатнашыусылар интерактив планшеттар менән ҡыҙыҡһынып уйнанылар, уларҙа иҫәпләргә өйрәнделәр, әлифба менән шөғөлләнделәр һәм хатта планшеттарҙың музыкаһы аҫтында бейеп ыңғай хис-тойғолар һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәттеләр. Сара емешле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Иртәгә ҡатнашыусыларҙы «Балалар баҡсаһында туған башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу һәм үҫтереү өсөн тиҙ старт инструменты» һәм «Балалар баҡсаһында башҡорт теле түңәрәге» оҫталыҡ дәрестә көтөп ҡалабыҙ. Килегеҙ! Ҡыҙыҡ буласаҡ! Һеҙҙе «Аленушка» һәм «Айгөл»балалар баҡсаларында көтәләр!!!

Фестивалдең координаторы Эльвира Бердигулова.

 

3 көн
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

   2022 йылдың 7 декабрендә " Йәш педагог. Актив", Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамы менән "Азатлыҡ " халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошма 2 сара үткәрҙе: воркшоп "Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында туған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн тиҙ старт инструменты" һәм "Балалар баҡсаһында башҡорт теле түңәрәге" оҫталыҡ дәресе. «Айгөл» балалар баҡсаһында йәнә йәш тәрбиәселәр саҡырылдылар.  Воркшоп ваҡытында йәш тәрбиәселәр Блум кубиктарын өйрәнде, ярымшар-ара тәьҫир итешеү үҫтереү уйындары менән танышты. "Аленушка" ла студенттар телмәр үҫеше һәм һүҙ сәнғәтен үҫтереү нигеҙҙәре менән танышты. Фестиваль ирекмәндәре воркшорп ваҡытында яңы педагогик технологиялар ярҙамында туған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Оҫталыҡ дәресе барышында тәрбиәселәр һәм студенттар балалар баҡсаһында башҡорт теле буйынса түңәрәк эшен ойоштороу буйынса яңы белем алды һәм ҙур теләк менән дәрестәрҙең береһендә ҡатнашты. Сара ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы формала уҙҙы һәм ыңғай баһалама ҡалдырҙы. Иртәгә ҡатнашыусыларҙы "Башҡорт телен дистанцион уҡытыу формалары" семинарында һәм башҡорт теле буйынса олимпиадала көтәләр. Килегеҙ! Ҡыҙыҡ буласаҡ! 

Фестивалдең координаторы Эльвира Бердигулова.

   

4 көн
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

   2022 йылдың 8 декабрендә "Йәш педагог. Актив", Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамы менән "Азатлыҡ" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошма 2 сара үткәрҙе: "Башҡорт телен дистанцион уҡытыу формалары" семинары һәм башҡорт теле буйынса Олимпиада. Семинар барышында йәш тәрбиәселәр һәм студенттар балалар баҡсаһында башҡорт телен дистанцион уҡытыуҙың төрлө формалары менән танышты. Олимпиадала ҡатнашып, бөтә методик саралар ваҡытында яҡшы белем алыуҙарын күрһәттеләр. Сара ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы формала уҙҙы һәм ыңғай баһалама ҡалдырҙы. Иртәгә ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы иртәнге сәғәт 9-ҙа балалар ижады үҙәгенә " Йәш педагог. Актив" саҡырабыҙ!    

Фестивалдең координаторы Эльвира Бердигулова.

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

" Йәш педагог. Актив"   башҡорт теле педагогик оҫталыҡ фестивале үҙ эшен дауам итә. Белеүебеҙсә, Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамында “Азатлыҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө  сарала ҡатнашыусылар башҡорт телендәге йәнһүрәттәр лабораторияһында туған телдә йәнһүрәт төшөрөү серҙәренә төшөндөләр, балалар менән йәнһүрәт төшөрөү методикаһын өйрәнделәр. Сара проекттың партнерҙары - "Айгөл" һәм "Аленушка" балалар баҡсаһы бинаһында уҙғарылды.

  

5 көн
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

   9 декабрь көнө, “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге аша тормошҡа ашырылған, Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында ойошторолған башҡорт теленең педагогик оҫталыҡ “Йәш педагог. Актив” фестиваленә йомғаҡ яһалды. Унда башҡорт теле буйынса олимпиада һөҙөмтәләре иғлан ителде.

   Тантаналы ябау сараһы туған телдә нәфис һүҙ, йырҙар һәм ҡатнашыусыларҙы дипломдар менән бүләкләү аша үрелеп барҙы.
           Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
           Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
           Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
           Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле! (З.Биишева)

   14 декабрь көнө йәш педагогтарҙы, студенттарҙы тағы ла “Аленушка” һәм “Айгөл” балалар баҡсаһы башҡорт телендә йәнһүрәт лабороторияһында көтә.

     

 

Поиск





МДОБУ " ЦРР- д/с "Айгуль", РБ г.Сибай
Сайт создан в системе uCoz © 2024