|
Главная » 2022 » Декабрь » 7 » "Йәш педагог. Актив" Фестивален асыу. 3 көн.
17:35 "Йәш педагог. Актив" Фестивален асыу. 3 көн. |
3 көн
#ФСГОРБ #ГрантыРБ
2022 йылдың 7 декабрендә " Йәш педагог. Актив", Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамы менән "Азатлыҡ " халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошма 2 сара үткәрҙе: воркшоп "Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында туған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн тиҙ старт инструменты" һәм "Балалар баҡсаһында башҡорт теле түңәрәге" оҫталыҡ дәресе. «Айгөл» балалар баҡсаһында йәнә йәш тәрбиәселәр саҡырылдылар. Воркшоп ваҡытында йәш тәрбиәселәр Блум кубиктарын өйрәнде, ярымшар-ара тәьҫир итешеү үҫтереү уйындары менән танышты. "Аленушка" ла студенттар телмәр үҫеше һәм һүҙ сәнғәтен үҫтереү нигеҙҙәре менән танышты. Фестиваль ирекмәндәре воркшорп ваҡытында яңы педагогик технологиялар ярҙамында туған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Оҫталыҡ дәресе барышында тәрбиәселәр һәм студенттар балалар баҡсаһында башҡорт теле буйынса түңәрәк эшен ойоштороу буйынса яңы белем алды һәм ҙур теләк менән дәрестәрҙең береһендә ҡатнашты. Сара ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы формала уҙҙы һәм ыңғай баһалама ҡалдырҙы. Иртәгә ҡатнашыусыларҙы "Башҡорт телен дистанцион уҡытыу формалары" семинарында һәм башҡорт теле буйынса олимпиадала көтәләр. Килегеҙ! Ҡыҙыҡ буласаҡ!
Фестивалдең координаторы Эльвира Бердигулова.
|
Просмотров: 69 |
Добавил: О_Н_
| Рейтинг: 0.0/0 |
|
Важно: |
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия! |
Статистика |
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |
Полезные ресурсы: |
http://www.edu.ru/http://fcior.edu.ru/
http://window.edu.ru/ |
|