|
Главная » 2022 » Декабрь » 5 » "Йәш педагог. Актив" Фестивален асыу.1 көн.
07:47 "Йәш педагог. Актив" Фестивален асыу.1 көн. |
"Йәш педагог. Актив" Фестивален асыу. 1 көн.
#ФСГОРБ #ГрантыРБ
Бөгөн 2022 йылдың 5 декабрендә Балалар ижады үҙәгендә " Йәш педагог. Актив" башҡорт теле педагогик оҫталыҡ фестивален асыу тантанаһы уҙғарылды. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фондының финанс ярҙамында “Азатлыҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән тормошҡа ашырыла.
Сараның беренсе көнөндә 90 ҡатнашыусы - балалар баҡсаһының башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе йәш педагогтар, педагогия колледжының мәктәпкәсә бүлеге һәм Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) педагогия факультеты студенттары башҡорт телендә белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеү йәһәтенән ҡануниәт нормаларындағы үҙгәрештәр, мәғариф системаһында телде уҡытыу торошо һәм перспективалары менән танышты, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүҙә башҡорт теленең роле тураһында белде. «Тейенкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биреү буйынса йыл педагогы» республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе Таһирова Альбина Булат ҡыҙы бәйләнешле телмәрҙе үҫтереүҙә «Әкиәт уйнайбыҙ» технологияһын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Сара уңышлы һәм ҡыҙыҡлы үтте. Иртәгә ҡатнашыусыларҙы "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың башҡорт телендә белем кимәлен үҫтереүҙә заманса технологиялар ҡулланыу” коучинг сессияһы һәм "Балалар баҡсаһында интерактив башҡорт теле" практикумы көтә. Балалар баҡсаларының йәш педагогтарын «Айгөл» балалар баҡсаһына саҡырабыҙ, студенттарҙы «Аленушка» балалар баҡсаһында көтөп ҡалабыҙ. Килегеҙ! Мауыҡтырғыс буласаҡ!
Координатор Фестиваля Эльвира Бердигулова.
|
Категория: Новости |
Просмотров: 104 |
Добавил: belvira80
| Рейтинг: 0.0/0 |
|
Важно: |
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия! |
Статистика |
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |
Полезные ресурсы: |
http://www.edu.ru/http://fcior.edu.ru/
http://window.edu.ru/ |
|