Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Детский сад "Айгуль" г.Сибай


       

Меню сайта
 
Новости
Что у нас нового?
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 412

ДЛЯ РОДИТЕЛЕЙ
 













семья-уфа.рф
Главная » 2021 » Декабрь » 13 » День башкирского языка
11:17
День башкирского языка

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле булды - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереп, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”- дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырылды.

Марафонға старт 7 декабрҙә бирелде. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртылып барҙы һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итте. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланды. «Башҡорт теле – иманлы тел», «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», «Башҡорт теле – аҡыл теле», «Башҡорт теле – шөкөр тел», «Башҡорт теле – әҙәпле тел», «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», «Башҡорт теле – ихлас тел». Был йәһәттән беҙҙең балалар баҡсаһында ла бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар булып үтте. Кескәйҙәр төркөмө балалары (Тәрбиәсеһе З.Т.Сәлимйәнова) күңелле аралашыу, әңгәмәләшеү ярҙамында башҡорт теленең нескәлектәре, башҡорт халҡының әҙәплелеге, сабырлығы, тәрбиәле булыуҙары хаҡында мәғлүмәт алды. Эшмәкәрлек ваҡыттарында башҡорт милли кейемдәре менән таныштылар, дидактик уйындар, әкиәттәр ярҙамында белемдәрен нығыттылар. Урта йәштәге төркөм балалары (Тәрбиәсеһе Л.Р. Баймурҙина) башҡорт халҡының милли кейемдәре, аш-һыуҙарынан тыш, милли байрамдарын да өйрәнделәр. Хатта, уларҙы һүрәткә төшөрөү менән йәбештереү генә түгел, ысын күңелдән уйындарын да уйнанылар. Өлкән йәштәге һәм мәктәпкәсә төркөмдәрҙә (Тәрбиәселәре Ю.В. Зарипова, Н.Х. Аҙнабаева) башҡорт халҡы һәм телебеҙ тураһында тәрәнерәк, байыраҡ мәғлүмәттәр бирелде. Әңгәмәләр, милли уйындар, фәһемле саралар үткәрелде. Иртәлектәр данлыҡлы шағирҙарыбыҙ яҙған шиғырҙар, телебеҙгә арналған йырҙар, бейеүҙәр менән һуғарылып барҙы.

Ошондай саралар күберәк булһа, телебеҙ онотолмаҫ, һәр ваҡыт та йәш булып ҡалыр.

#башҡорттелекөнө2021марафон #деньбашкирскогоязыка2021марафон


Просмотров: 156 | Добавил: О_Н_ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Поиск








Важно:
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!

Календарь
«  Декабрь 2021  »
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Друзья сайта

Полезные ресурсы:
http://www.edu.ru/http://fcior.edu.ru/


http://window.edu.ru/


МДОБУ " ЦРР- д/с "Айгуль", РБ г.Сибай
Сайт создан в системе uCoz © 2025