Размер шрифта: A A A Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Детский сад "Айгуль" г.Сибай


       

Меню сайта
 
Новости
Что у нас нового?
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 412

ДЛЯ РОДИТЕЛЕЙ
 













семья-уфа.рф
Главная » 2025 » Февраль » 19 » 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө
17:26
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

#ҡоролтай #БашҡортТеле #курултай #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #Сибай
#АйгөлБалаларБаҡсаһы
#БалҠорттарыТөркөмө
#БеҙҙеңСығанаҡтарФольклоруҡыйбыҙАкцияһы
#ДвижениеПервых
#ОрлятаРоссии
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, үткән менән киләсәкте бәйләгән күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.Ә шулайҙа иң беренсе бурыс ата-әсәйҙәргә,ә инде балалар баҡсаһында тәрбиәселәргә төшә.Халыҡ -ара туған тел көнөндә илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә халыҡтың ауыҙ-тел ижады буйынса бик күп уникаль саралар ойошторола.Беҙҙең "Айгөл"балалар баҡсаһы "Бал ҡорттары"башҡорт төркөмө лә был саранан ситтә ҡалманы.Ошо уңайлы улар Белов 40 урамында урынлашҡан китапханала "Беҙҙең сығанаҡтар.Фольклор уҡыйбыҙ"исемле VII Халыҡ-ара акцияла ҡатнашты.Был акцияның маҡсаты-үҫеп килгән быуында төрлө халыҡтарҙың фольклор һәм мәҙәниәтен өйрәнеү һәм популярлаштырыу,уларға ҡарата ихтирам тойғоһо үҫтереү һәм тәрбиәләү.Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән башҡорт халыҡ уйындарын "Күмер йөҙөк","Алырым ҡош,бирмәм ҡош","Тирмә"уйындарын уйнанылар,ауыҙ-тел ижадына ла иғтибар бирҙеләр:йомаҡтар ҡойҙолар,һынамыштар әйтештеләр,көләмәстәр һөйләнеләр.Башҡорт халыҡ әкиәте"Әминбәк"те лә тыңлап өлгөрҙөләр.Шулай уҡ балалар китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған "Теле барҙың-или бар"исемле китап күргәҙмәһе менән дә таныштылар.Рухлы,мауыҡтырғыс,фәһемле  сараны ойошторған китапхана хеҙмәткәре Әбүбәкирова Земфира Әғзәм ҡыҙына һәм шулай уҡ ағинәй Таштимерова Факиһа Нәбиулла ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ.Артабанда шулай тығыҙ бәйләнештә эшләргә яҙһын.
Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел! Беҙҙә туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!


Категория: Новости | Просмотров: 11 | Добавил: Айгуль | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Поиск








Важно:
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия!

Календарь
«  Февраль 2025  »
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
2425262728
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Друзья сайта

Полезные ресурсы:
http://www.edu.ru/http://fcior.edu.ru/


http://window.edu.ru/


МДОБУ " ЦРР- д/с "Айгуль", РБ г.Сибай
Сайт создан в системе uCoz © 2025